Бөтә яңылыҡтар
17 Июнь 2019, 11:01

Тар йүнәлешле белгестәр мәсьәләһе хәл ителә

Оҙаҡламай медицинала тар йүнәлешле белгестәр етмәү мәсьәләһе ыңғай хәл ителәсәк.

Оҙаҡламай медицинала тар йүнәлешле белгестәр етмәү мәсьәләһе ыңғай хәл ителәсәк. Бының өсөн Башҡортостан Хөкүмәте 300 миллион һум аҡса тотонорға ниәтләй. Район, ҡалаларҙағы больницаларға барып эшләргә теләүсе табиптарға 1 миллион һум түләнәсәк. Эшкә юғары уҡыу йортон бөткәндәр, шулай уҡ икенсе төбәктәрҙән тар йүнәлешле белгестәр ҙә килеп урынлаша ала.

Был хаҡта «Рәсәй-24. Башҡортостан» телеканалы эфирына Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, яҡын көндәрҙә төбәктең табиптар корпусы 125 тар йүнәлешле белгескә тулыланасаҡ.


Читайте нас: