Бөтә яңылыҡтар
18 Июнь 2019, 15:05

БДИ-ға - ноль балл!

Астрахандән өс сығарылыш синыфы уҡыусыһы математика буйынса БДИ-нан ноль балл алған. Аптырарлыҡ бит!

Астрахандән өс сығарылыш синыфы уҡыусыһы математика буйынса БДИ-нан ноль балл алған. Аптырарлыҡ бит! Баҡһаң, уларҙың яҙыуы сканер аша үтмәгән икән. Ручканы БДИ өсөн һатылған тауарҙар магазинынан алған булғандар. Бик күңелһеҙ күренеш. Имтихан ваҡытында ун беренселәр былай ҙа тулҡынлана, өҫтәүенә ручка арҡаһында ноль балл ал әле?! Уҡыусыларҙың береһе урыҫ теленән дә шулай булыр микән, шул уҡ ручка менән яҙғайным, тип борсола. Интернетта был үҫмерҙәрҙең эштәрен тикшереүҙе талап итеп, петиция булдырғандар, унда 6 көн эсендә 89 мең ҡултамға йыйылған. Аллаға шөкөр, Мәғариф министрлығында ноль балл алған уҡыусыларҙың эштәрен тикшерергә ҡарар иткәндәр.

Бындай хәлдән һуң, киләсәктә Берҙәм дәүләт имтиханы өсөн ручкаларҙы бөтә уҡыусыларға бергә алыуҙы хәстәрләрҙәр, моғайын.
Читайте нас: