Бөтә яңылыҡтар
18 Июнь 2019, 15:11

Электрон дипломдар бирелә башлай

2021 йылдан Рәсәй университеттары электрон дипломдар бирә башлаясаҡ.

2021 йылдан Рәсәй университеттары электрон дипломдар бирә башлаясаҡ. Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйылдан уҡ 5 университет ҡағыҙ дипломдан баш тартып, һынау үткәреп ҡарай, ә 2020 йылдан проектҡа тағы ла 15 юғары уҡыу йорто ҡушыла.

Был яңылыҡты индереү ялған диплом менән көрәшергә, шулай уҡ Рәсәйҙә һанлы технологияларҙы үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Әйткәндәй, электрон дипломды ла һанлы портфолиоға беркетеп була.

Читайте нас: