Бөтә яңылыҡтар
18 Июнь 2019, 18:43

"Өфө-Арена"ға килегеҙ!

53-cө Халыҡ-ара балалар уйындарына ла күп ҡалманы. Сара 9 – 14 июлдә Өфөлә үтәсәк.

53-cө Халыҡ-ара балалар уйындарына ла күп ҡалманы. Сара 9 – 14 июлдә Өфөлә үтәсәк. Донъяның 30 иленән 12 – 15 йәшлек йәш спортсылар килеүе көтөлә. Улар еңел атлетика, футбол, йөҙөү, фехтование, пляж баскетболы, дзюдо, ҡаяға үрмәләү һәм грек-рим көрәше буйынса ярышасаҡ.

Халыҡ-ара балалар уйындарын асыу тантанаһы 10 июлдә киске cәғәт 5-тә «Өфө-Арена»ла буласаҡ. Әйткәндәй, инеү бушлай, дуҫтар.
Читайте нас: