Бөтә яңылыҡтар
18 Июнь 2019, 10:57

Путинға һорау бирегеҙ

20 июндә 17-се тапҡыр «Владимир Путин менән тура бәйләнеш» ойоштороласаҡ. 16 июндең кисенә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса 610 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән.

20 июндә 17-се тапҡыр «Владимир Путин менән тура бәйләнеш» ойоштороласаҡ. 16 июндең кисенә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса 610 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Шуларҙың яртыһынан күберәге – телефон аша. Ил президентына һорау биреүҙең бер нисә юлы бар. moskva-putinu.ru сайтына инеп, ундағы махсус форманы тултырырға була. Шунда уҡ видеоға яҙҙырып та һорауыңды ебәрергә мөмкин. Икенсенән, 8-800-200-40-40 телефоны һеҙҙең ҡарамаҡта. Үтенесегеҙҙе СМС һәм ММС-хәбәрҙәр менән дә ебәрһәгеҙ була.

Тағы «Мәскәү-Путинға» тигән мобиль ҡушымта бар. Ҡушымтаны файҙаланыусылар тура эфир ваҡытында студия менән бәйләнешкә сыға аласаҡ. Әлбиттә, «Бәйләнештә», «Синыфташтар» социаль селтәрҙәре аша ла «Владимир Путин менән тура бәйләнеш» төркөмдәрендә һорауҙарығыҙҙы бирә алаһығыҙ. Ил етәксеһенә мөрәжәғәттәр тәүлек әйләнәһенә 20 июнгә, эфир аҙағына тиклем, ҡабул ителәсәк.

Тапшырыу көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Илдең төп телеканалдары, радио, социаль селтәрҙәр аша трансляция буласаҡ.


Читайте нас: