Бөтә яңылыҡтар
18 Июнь 2019, 11:10

Йәш ауыл уҡытыусылары өсөн грант булдырылды

Уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү, дәртләндереү маҡсатында Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ауыл ерендә эшләүсе йәш уҡытыусыларға грант булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү, дәртләндереү маҡсатында Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ауыл ерендә эшләүсе йәш уҡытыусыларға грант булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, ошо йылдың 1 июленән йыл һайын 100 уҡытыусы билдәләнеп, 600 мең һум күләмендә аҡса аласаҡ.

Был конкурста халҡы 10 мең кешенән дә артмаған ауылдарҙағы мәктәптәрҙә ике йылдан да кәм эшләмәгән 35 йәшкә тиклемге педагогтар ҡатнаша ала. Уларҙы мәктәп коллективтары һәм район мәғариф бүлектәре тәҡдим итә. Документтар йыл һайын 1 августҡа тиклем ҡабул ителәсәк.


Читайте нас: