Бөтә яңылыҡтар
20 Июнь 2019, 15:26

Дүрт көнлөк эш аҙнаһы киләсәктә ғәҙәти күренешкә әйләнәсәк

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачёв ошо мәсьәлә буйынса фекерен белдергән.

Уның әйтеүенсә, етештереүҙә роботтар файҙаланыуы, инновацион технологиялар ҡулланылыуы хеҙмәт шарттарына үҙгәреш индерә. Эш көнө лә әкренләп ҡыҫҡара бара. Дүрт көнлөк эш аҙнаһы киләсәктә ғәҙәти күренешкә әйләнәсёк. “Әммә бөгөн иҡтисад, ҡануниәт бындай етди үҙгәрешкә әҙер түгел. Дүрт көнлөк эш аҙнаһына күсеүҙә ҡабаланмаҫҡа һәм уйланылған булырға тейеш”, – тине Константин Толкачёв. Быға тиклем Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведев дүрт көнлөк эш аҙнаһына күсеү мөмкинлеге хаҡында белдергәйне.
Читайте нас: