Бөтә яңылыҡтар
20 Июнь 2019, 19:16

Халыҡ-ара Йәйге балалар уйындары үтәсәк

Өфөлә турнирҙа халыҡҡа һәм спортсыларға ярҙам итәсәк ирекмәндәрҙе туплау тамамланды.

Халыҡ-ара балалар уйындары волонтерҙары 4 төркөмгә бүленеп эшләйәсәк.

Беренселәре ҡунаҡханалар, мәғлүмәт үҙәктәре, уйындарҙы асыу һәм ябыу тантаналарында эшләй. Айырым ирекмәндәр медицина ярҙамы күрһәтә, шулай уҡ тәржемәселәр була. Спорт объекттарында ярыштарҙы ойошторорға ярҙам итеүселәр ҙә бар. Ҡала волонтерҙары Өфө буйлап экскурсиялар ойоштора. Халыҡ-ара Йәйге балалар уйындары баш ҡалала 9 – 14 июлдә үтә.

bash.news сайтынан

Читайте нас: