Был турала Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары вәкиле Анна Кузнецова Ирекле эҙләнеү-ҡотҡарыу отрядтарының II Бөтә Рәсәй форумында белдерҙе. Эҙһеҙ юғала… Ҡурҡыныс. Шул уҡ ваҡытта һуңғы 5 йыл эсендә юғалған, йәғни эҙләнгән балаларҙың һаны 30 процентҡа, 9 меңдән 6 меңгә тиклем кәмегән.
Интернет селтәрендә әленән-әле кемдеңдер өйөнә ҡайтмауы тураһында хәбәр булып тора. Ярай әле бер нисә көндән улар табыла, иҫән-һауҙар, тик ниңәлер атай-әсәйҙәренә ҡайҙа икәнлектәрен хәбәр итмәгәндәр. Нимә дусар иткән уларҙы өйгә ҡайтмаҫҡа? Әсә күңеле – балала, бала күңеле – далала, тигәндәре шулмы? Ә бит өлкәндәр ҡыҙҙары, улдары өсөн ҡайғыра. Әҙерәк етдиерәк булырға кәрәк үҫмерҙәргә. Хәбәрһеҙ юғалғандар тураһында уйлаһаң, әллә нисек булып китә. Юлыңда ниндәй генә кеше осрамаҫ. Өйҙәгеләр менән һәр саҡ бәйләнештә булайыҡ, дуҫтар. Нимәлер борсой икән, Бөтә Рәсәй Балалар ышаныс телефоны һеҙҙең ҡарамаҡта: 8-800-2000-122. Шылтыратыу бушлай һәм аноним.