Бөтә яңылыҡтар
20 Июнь 2019, 10:56

Студенттар ҡаласығы буласаҡ

Өфөлә студенттар ҡаласығы төҙөү планлаштырыла. Ул бөтә юғары уҡыу йорттары өсөн уртаҡ урын буласаҡ.

Кәңәшмәләр, спорт ярыштары, китапхана, кафе, ҡунаҡхана һәм башҡаларҙы үҙ эсенә аласаҡ. Кампус Дим районында буласаҡ, тип күҙаллана. Уңайлы булһын өсөн Димдән «Торатау» конгресс-холына тиклем фуникулёр төҙөү тураһында ла уйлайҙар. Билдәле булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың милли проекттар тураһындағы Указында төбәктәрҙә фәнни-мәғариф үҙәктәре булдырыу тураһында әйтелә. Әлеге ҡаласыҡ «Фән» милли проекты буйынса төҙөләсәк.


Читайте нас: