Бөтә яңылыҡтар
21 Июнь 2019, 14:18

Аҡ юл һеҙгә!

Бөгөн Өфөлә XI синыфтар өсөн сығарылыш кисәләре уҙа.

Мәктәпте тамамлаусылар тантаналы шарттарҙа ҡулдарына өлгөргөнлек аттестаты аласаҡ. Ә туғыҙынсыларҙың һаубуллашыу кисәһе 28 июнгә тәғәйенләнгән.

Республикабыҙҙағы үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡан бөтә йәштәрҙе был иҫтәлекле ваҡиға менән тәбрикләйбеҙ.Теләгән уҡыу йорттарына инеп, күңелдәренә ятҡан һөнәрҙәрен үҙләштереүҙәрен һәм киләсәктә тормошта үҙ урындарын табыуҙарын теләйбеҙ. Аҡ юл һеҙгә!
Читайте нас: