Бөтә яңылыҡтар
21 Июнь 2019, 15:27

Һауа шарҙарын һәм “ҡытай” фонарҙарын осорорға ярамай

Төрлө төҫтәге гелий шарҙары, “ҡытай” фонарҙары "Һуңғы ҡыңғырау", "Белем көнө" байрамдары, сығарылыш кисәләре һәм туйҙар өсөн байрам матурлығына әйләнгәйне.

Әммә ошо мөғжизәле күренеш тәбиғәткә ҙур зыян килтерә. Башҡортостандың экологтары ошоға бәйле үҙҙәренең тәҡдиме менән сыҡҡандар: һауаға гелий шарҙары һәм "ҡытай" фонарҙары осорорға ярамай. Тағы ла “ҡытай” фонарҙары янғын хәүефе лә тыуҙыра.

Был хаҡта Гөлназ Кинйәбаева, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгесе үҙ фекерен белдерҙе:

– Шарҙарҙа ҡулланылған латекс, бер нисә йыл дауамында тарҡалмай, тәбиғәткә зыян килтерә. Шулай уҡ, хайуандар латексты аҙыҡ менән бутап ашай. Ҡоштар шарҙарҙың бауҙарына эләгеп һәләк була. Осоп киткән шар икенсе класлы ағыулы ҡалдыҡҡа әйләнә, – ти ул.
Читайте нас: