Был турала күп һөйләйҙәр, әммә ябай халыҡ нимә тураһында һүҙ барғанын аңлаймы икән? Президент Милли проекттарҙың Рәсәй өсөн әһәмиәте тураһында һөйләне.
«Милли проекттар буйынса эшләнгән бөтә саралар нигеҙендә иҡтисадты юғары технологиялы итеү, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү һәм шул рәүешле беҙҙең граждандарҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыу маҡсаты ята», – тине ул.
Әйткәндәй, «Тура бәйләнеш»тә рәсәйҙәрҙе иң борсоған темалар халыҡтың килеме, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе һәм сүп-сар реформаһы менән бәйле икәнен дә билдәләп үтте Президент.