Унда Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалалары һәм Ауырғазы, Бөрө, Дүртөйлө, Иглин, Стәрлетамаҡ, Өфө, Саҡмағош райондарынан бөтәһе 340 йәш спортсы ҡатнашты. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: команда ағзалары бөтәһе лә тиерлек – төбәк-ара, Бөтә Рәсәй, Халыҡ-ара спорт ярыштары еңеүселәре һәм призерҙары. Октябрьскийҙәр – I, нефтекамалар – II, өфөләр III урынды яуланы.