Бөтә яңылыҡтар
21 Июнь 2019, 17:52

Владимир Путинға иң күп һорауҙар бала тәрбиәләүселәрҙән булған

Йәш әсәләрҙе бигерәк тә балалар пособиеһы ҡыҙыҡһындырған. Хатта айына 50 һум түләү хаҡында ла әйтелгән. Ошо суммаға ҡарата үҙ фекерҙәрен әйтә икән әсәйҙәр.

Владимир Путин белдереүенсә, 2020 йылдың 1 ғинуарынан яңы тыуған сабыйҙан алып 1,5 йәшкә тиклемге балаларға яңы төр пособие индереүҙәре ихтимал. Уның суммаһы МРОТ кимәлендә булыр, моғайын. Ә кемдәргә түләнер һуң?

Быныһын уйларбыҙ, тине Президент. Һәр хәлдә, ул пособие кеше көлөрлөк булмаҫ, ғаиләләргә һәйбәт ярҙам булыр.

Әйткәндәй, хәҙер бит тәүге бала тыуыу менән ғаилә аҡсалата ярҙам ала башлай.


Читайте нас: