Бөтә яңылыҡтар
24 Июнь 2019, 11:06

"Тәгәрмәсле" клуб

Башҡортостанда «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса 2024 йылға 26 ауыл клубы асыласаҡ.

Уларҙы халҡы 1 мең кеше булған урындарҙа төҙөү планлаштырыла. Был күп функциялы үҙәктәр үҙ эсенә китапхананы, уңайлы тамаша залын, балалар сәнғәт мәктәбе филиалын аласаҡ.

Шулай уҡ ауылдарҙа 20 заманса моделле китапхана һәм 10 автоклуб булдырыу күҙ уңында тотола. Яҡтылыҡ-, тауыш- һәм видеоҡоролмалар менән йыһазландырылған «тәгәрмәсле» клуб бәләкәй ауылдарға концерттар менән йөрөйәсәк.


Читайте нас: