Бөтә яңылыҡтар
25 Июнь 2019, 14:39

"Алға" һатыла

Башҡортостанда «Алға» тигән берҙәм транспорт картаһы һатыла башланы.

Уның ярҙамында 1 июлдән «Башавтотранс» автобустарында, шәхси компаниялар, ҡала яны транспортында, трамвайҙа, троллейбуста иҫәпләшергә мөмкин буласаҡ. 1 сентябргә тиклем картаны хеҙмәтләндереү терминалдарын 5 мең 500 маршрут автобусына ҡуйыу планлаштырыла. Ә республикала бөтәһе 7 мең 100 пассажир транспорты иҫәпләнә. «Алға» картаһын автобустарҙа, «Өфө-матбуғат» киоскыларында, "Сбербанк" бүлексәләрендә, ҡайһы бер магазиндарҙа ла 50 һумға һатып алып була. Шунан үҙеңә кәрәкле сумманы уның иҫәбенә һалаһың инде.
Читайте нас: