Бөтә яңылыҡтар
25 Июнь 2019, 14:52

Башҡорттарҙың оло йыйыны

Был аҙна аҙағы сараларға бай буласаҡ. Шуларҙың иң мөһиме – V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Унда бөтәһе 700 кеше ҡатнашыуы көтөлә. Белоруссия, Бөйөк Британия, Германия, Голландия, Израиль, Ирландия, Испания, Италия, Канада, Ҡырғыҙстан, Латвия, Литва, Монако, Польша, Португалия, АҠШ, Финляндия, Эстония, Швеция, Чехия, Швейцария һәм башҡа идәрҙән дә вәкилдәр киләсәк.

Пленар ултырыш һәм секциялар эштәре 28 июндә «Торатау» конгресс-холында үтәсәк. Ә кискә «Ватан» этнопаркында «Самрау-шоу» фестивале була. Ул Йәштәр көнөнә һәм ҡоролтайға арнала. Төп ҡунаҡ – Эльвин Грей.

29 июндә Салауат районы Малаяҙ ауылы янында Салауат йыйыны ла үтә. Фольклор байрамы батырыбыҙҙың тыуыуына 265 йыл тулыуға арнала. Кисен иһә Ишембай районында «Торатау йыйыны» ойоштороласаҡ. Ул көндөҙгә сәғәт 4-тә башлана.
Читайте нас: