Ул тиҙлеккә, ҡатмарлылыҡҡа үрмәләү өсөн 15 һәм 16-метрлыҡ диуарҙан тора. Тәүге ярыштар, теҙмәгә ярашлы, 11 июлдә башланасаҡ.
Өфөлә Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындары 9 – 14 июлгә тиклем буласаҡ. Баш ҡалабыҙға Австралия, Канада, АҠШ, Ҡытай Халыҡ Республикаһы, Мексика, Бөйөк Британия, Швейцария һәм башҡа илдәрҙән 1 мең 500-ҙән ашыу йәш спортсы киләсәк.