2024 йылға сабыйҙарҙың үлем осраҡтарын 29,6 процентҡа кәметеүгә ирешергә кәрәклеге билдәләнгән. Балалар поликлиникаларының, дауаханаларының матди-техник базаһын яҡшыртыу, шулай уҡ перинатология, неонатология, педиатрия өлкәһендә эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын үҫтереү ҙә күҙ уңында тотола.