Бөтә яңылыҡтар
26 Июнь 2019, 11:35

Путин Японияға барасаҡ

28 – 29 июндә Японияның Осака ҡалаһында G20 саммиты буласаҡ.

G20 – ул ныҡ үҫешкән 20 илдең хөкүмәттәрен һәм үҙәк банктарын берләштереүсе клуб. Унда Австралия, Аргентина, Бразилия, Бөйөк Британия, Германия, Һиндостан, Индонезия, Италия, Канада, Ҡытай, Мексика, Рәсәй, Сәғүд Ғәрәбстаны, АҠШ, Төркиә, Франция, Көньяҡ Корея Көньяҡ Африка республикаһы, Япония һәм Европа союзы илдәре ҡатнаша.

Ошо форум барышында Владимир Путиндың АҠШ Президенты Дональд Трамп менән осрашып һөйләшеүе лә көтөлә. Донъяның сәйәси яңылыҡтары менән танышып барайыҡ.

Читайте нас: