Бөтә яңылыҡтар
27 Июнь 2019, 16:42

Радий Хәбиров – Рәсәйҙең иң яҡшы етәкселәр иҫәбендә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров май – июнь айҙарында губернаторҙарҙың милли рейтингында 13-сө урынды биләне.

Рәсәй Федерацияһы субъекттары башлыҡтарының эшмәкәрлеген баһалауға арналған сираттағы тикшереүҙе «Рейтинг» мәғлүмәт коммуникациялары үҙәге әҙерләне.

Май – июнь рейтингында тәүге урында Тула өлкәһе губернаторы Алексей Дюмин булһа, икенсеһендә – Белгород өлкәһе етәксеһе Евгений Савченко, ә өсөнсөлә Мәскәү мэры Сергей Собянин килә.
Читайте нас: