Бөтә яңылыҡтар
27 Июнь 2019, 17:42

Сығарылыш кисәһенә – ҡурҡыныс торт

Красноярск ҡалаһының 143-сө мәктәбенең сығарылыш синыфы уҡыусыларына һәм ата-әсәләренә үҙенсәлекле (ҡәбер ташы рәүешендә) торт бүләк иткәндәр.

Тәмлекәсте киҫәктәргә бүлеп, һәр уҡыусының фотоһы төшөрөлгән "таш" ҡуйғандар. Тик йыйылыусыларҙың күбеһе уны ашамай, үсегеп сығып киткән. "Ысынлап та, балалар ҡәбер ташы кеүек ҡабул итте. Быны нисек аңларға? Был бит мәктәп! Бөгөн шундай иҫтәлекле көн! Балаларыбыҙ ҡулдарына аттестат ала. Ә ошо мәғәнәһеҙ бүләк-торт кәйефте боҙҙо! Аҡылға һыймаҫлыҡ күренеш бит!" – ти бер әсә кеше. Ә бына мәктәп директоры: "Торт уҡыусыларға оҡшаны, тик атай-әсәйҙәре генә аңлап етмәне", – тигән был хаҡта.
Читайте нас: