Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова белдереүенсә, үткән йылда ойошторолмаған ял ваҡытында ғына 492 баланы юғалтҡанбыҙ: 343-ө һыуға батып, 41-е янғында һәләк булған. 73 төбәктең күрһәткестәре буйынса 2018 йылда 817 бала тәҙрәнән ҡолап төшкән, шуларҙың 110-ының ғүмере өҙөлгән. Енәйәттәр һөҙөмтәһендә 2 мең 750 бала яҡты донъянан киткән… Әйтеүе лә ҡурҡыныс. Ә күптәр, оло йәштәгеләр үлә, балалар аҙ тыуа, шуға демография мәсьәләһе киҫкен, тип уйлайҙыр әле. Ана бит, күпме бәләкәстәр ҙә һәләк була. Уяуыраҡ булайыҡ әле, балаларҙы һаҡлайыҡ.