Торлаҡтары йәшәүгә яраҡһыҙ тип табылған ғаиләләрҙе күсереү өсөн ҡаҙнанан 1,6 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Программаға 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария хәлендә тип табылған һәм емерелергә тейешле күп фатирлы йорттар ҙа индерелгән. Адреслы программа Өфө, Бәләбәй, Белорет, Дүртөйлө, Күмертау, Яңауыл ҡалалары һәм бер нисә ауылға ҡағыла.