Бөтә яңылыҡтар
9 Июль 2019, 10:53

Бер сменала уҡыясаҡтар

Учалылағы иң күп бала уҡыған 1-се башҡорт лицейында 1 сентябрҙән икенсе смена булмаясаҡ.

Сөнки унда «Мәғариф» милли проектының «Заманса мәктәп» проекты сиктәрендә яңы синыф бүлмәләре булдырылған. Бүленгән аҡсаға капиталь төҙөкләндереү эштәренән тыш, яңы ҡоролмалар, оргтехника, мебелдәр алыу ҙа планлаштырыла, уйын зонаһын йыһазландырыу ҡарала. Учалыларға яңыртылған белем усағында тағы ла тырышыбыраҡ белем тауына үрләргә генә ҡала.


Читайте нас: