Унда 14 – 17 йәшлек үҫмерҙәр саҡырыла. Педагогтар һәм төрлө миҙгелдәрҙә еңеүсе булған КВН-сылар тәжрибәләре менән уртаҡлашасаҡ. Шулай уҡ интеллектуаль уйындар, командалар менән дуҫтарса осрашыуҙар, спорт ярыштары, Бөрйән районы буйлап сәйәхәттәр ойоштороласаҡ.