Екатеринбургҡа эш сәфәре ваҡытында Владимир Путин был ғаиләнең хәлен белергә өйҙәренә инеп сыҡты. Бығаса Красногвардейский ҡалаһында йәшәгән ғаилә яңы ғына Екатеринбургтан алыҫ түгел Үрге Пышмаға күскән. Сәй табынында әсәй кеше, Лилиә Сыропятова Президентҡа торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам иткәне өсөн рәхмәтен белдерҙе.