Бөтә яңылыҡтар
12 Июль 2019, 16:31

Юл ситендә - бала һыны

«Берҙәм Рәсәй» партияһынан Рөстәм Сәхәбетдиновтың мәктәптәр янындағы йәйәүлеләр юл аша сыға торған урындарҙа балалар макетын ҡуйыу идеяһын республика автоинспекцияһы хуплаған.

1 сентябргә Ленин районының 4-се һәм 46-сы мәктәптәре ҡаршыһына һындар ҡуйыласаҡ. Яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар уларҙы ҡараңғы ваҡытта ла күрергә мөмкинлек бирәсәк. Балалар макеттары водителдәрҙең иғтибарын йәлеп итеп, уларҙы уяуыраҡ булырға саҡырып торасаҡ. Был юл-траспорт ваҡиғаларын кәметеүгә булышлыҡ итер.

Был башланғысты күтәреп алыусылар табылып, таратыусылар ҙа табылыр, бәлки. Ә идея авторы Рөстәм Сәхәбетдинов үҙе тәүге дүрт һындың спонсоры буласаҡ икән.
Читайте нас: