Бөтә яңылыҡтар
15 Июль 2019, 11:18

Ситтә ҡалһаң, грантты ҡайтар!

Беҙ һәләтле йәштәребеҙ уҡырға Мәскәүгә китә, Башҡортостанға эшкә ҡайтмай, тип борсолабыҙ.

Рәсәйҙән сит илдәргә уҡырға китеп, шул тарафтарҙа йәшәргә ҡалыусылар ҙа күп. Бығаса конкурс нигеҙендә сит илдәрҙең абруйлы юғары уҡыу йорттарында белем алыу өсөн грант алған студенттар менән килешеүҙәр төҙөлә ине: йәштәр, уҡып бөткәс, ҡайтып үҙебеҙҙә эшләргә тейеш ине. Әгәр килешеү шарттарын боҙһалар, уҡыуға киткән аҡсаны кире ҡайтарырға бурыслы инеләр, тағы ҙур суммала штраф та һалына ине. Хәҙер иһә Президент Владимир Путиндың яңы указы буйынса студент сит илдә ҡалған хәлдә грант аҡсаһын ғына кире ҡайтарасаҡ, штраф түләмәйәсәк.




Читайте нас: