Уны республика буйынса федераль инспекторы Михаил Закомалдин тапшырасаҡ. Гранттарҙың суммаһы 600 меңдән (фән кандидаттары өсөн) 1 миллионға (докторҙар өсөн) саҡлы тирбәлә, фәндең төрлө өлкәләрендә артабан тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн бирелә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылдың 1 октябренән 2024 йылдың 31 декабренә тиклем Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан ҡул ҡуйылған «Фән» милли проекты тормошҡа ашырыла. Алты йыл эсендә Рәсәй бөтә күрһәткестәр буйынса донъяның алдынғы биш иле исемлегенә инергә тейеш, тикшеренеүҙәр һәм асыштарҙы финанслауҙы 50 процентҡа күбәйтеү иҫәптә тотола.