Ундағы хәбәр ителгән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, бөгөн Башҡортостанда 58 төбәк проекты тормошҡа ашырыла, уларҙы 2024 йылға тиклем финанслауға 172 миллиард һум иҫәпләнгән. «Экология», «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары», «Торлаҡ һәм ҡала мөхите», «Демография», «Һаулыҡ һаҡлау», «Мәғариф», «Мәҙәниәт» милли проекттарына иң күп сумма – 150 миллиардтан ашыу тотоноласаҡ.
Әйтергә кәрәк, республикабыҙҙа бөгөн «Демография», «Һаулыҡ һаҡлау», «Мәғариф», «Мәҙәниәт» милли проекттары буйынса социаль мөһим объекттар төҙөлә. Быйыл уҡ 21 мәктәп, 19 балалар баҡсаһы, 2 балалар поликлиникаһы, 4 ауыл мәҙәниәт йорто, 22 фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа индереү көтөлә, 133 ауыл мәктәбенең матди-техник базаһы яңыртыласаҡ. Шулай уҡ ҡан тамырҙары үҙәктәре, онкологик диспансерҙар һәм онкология бүлектәре, балалар поликлиникалары яңы ҡоролмалар менән йыһазландырыласаҡ.