Бөтә яңылыҡтар
17 Июль 2019, 11:16

Путин да балыҡ тоторға ярата

Ир-егеттәрҙең кемеһе генә балыҡ тоторға яратмай икән! Балыҡ тотоу – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың да яратҡан шөғөлдәренең береһе.

– Балыҡ тотоу миңә бик яҡын. Бик һирәк булһа ла ҡармаҡ менән ултырыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмайым, – ти ил башлығы.

Уның шәхси тәжрибәһе буйынса, донъялағы иң шәп балыҡ тотоу урыны Мурманск һәм Әстрәхан өлкәләрендә икән.

Тыва Республикаһында ла Владимир Путинға балыҡ тотоу оҡшай. «Унда Хемчик тигән йылға бар. Ул Үрге Енисейҙың иң ҙур һул яҡ ҡушылдығы, урындағы кешеләр уны Улуг-Хема тип тә йөрөтә. Бында онотолмаҫ ял да итеп була», – ти ул.



Читайте нас: