Бөтә яңылыҡтар
19 Июль 2019, 11:08

Рәсәй уҡыусылары кеҫә телефоны урынына «шкулфондар» йөрөтөрмө?

Дәүләт Думаһы депутаты Борис Чернышов «Мәғариф» милли проекты буйынса «Ростех» корпорацияһына яңы тәҡдим менән мөрәжәғәт итте.

Ул смартфон урынына мәктәп уҡыусылары өсөн махсус телефондар – «шкулфондар» эшләргә кәрәклеген белдерҙе. Быға тиклем Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко уҡыусыларға мәктәпкә кеҫә телефонын йөрөтөүҙе тыйырға кәрәк, тип үҙ фекерен әйткәйне.

Борис Чернышов уйынса, кеҫә телефонын «шкулфондар» алыштыра аласаҡ. Сөнки был гаджетта ата-әсәләр, уҡытыусылар, синыфташтарыңдың номерынан тыш, төрлө дөйөм мәсьәләләр буйынса белешмәләр, ҡушымталар, калькулятор ҙа буласаҡ. Унан тыш, «шкулфондар» мәктәптең эске селтәренә лә тоташтырыла. Был үҙ яйында ҡыҙҙар менән малайҙарға бер-береһе менән аралашырға мөмкинлек бирә.

– Шулай итеп беҙ баланы кеҫә телефонынан мәхрүм итмәйбеҙ, тик белем биреүгә ҡоролған күңел асыу контентын бирәбеҙ, – ти Борис Чернышов.




Читайте нас: