Алдағы көндәрҙә «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә Туймазы, Нефтекама, Белорет ҡалаларында ла технопарктар асыласаҡ. Әйткәндәй, бындай балаларҙың шөғөлләнеү урындары 5-тән 18 йәшкәсә тиклемгеләргә тәғәйенләнгән, улар фәнни-техник өлкәгә һөйөү тәрбиәләргә, үҫеп килеүсе быуынға уйлап табыу ҡеүәһен үҫтерергә ярҙам итә. Бөгөн республикабыҙҙың Өфө, Сибай, Күмертау ҡалаларында 3 балалар технопаркы эшләп килә лә инде.