Бөтә яңылыҡтар
25 Июль 2019, 11:10

Путин эш дәфтәрҙәрен кәметеү яҡлы

Рәсәй Президенты Владимир Путин 1 ноябргә тиклем Хөкүмәткә белем биреү барышында эш дәфтәрҙәрен ҡулланыуҙы кәметеү мәсьәләһен ҡарарға ҡушты.

Был турала Кремль сайтында белдерелә. Унан тыш, ил етәксеһе уҡыусыларҙың дөйөм белем биреү программалары буйынса уҡыу әсбаптары, эш дәфтәрҙәре менән тәьмин ителешен дә тикшереүҙе йөкмәтте. Кәрәк булғанда улар менән тәьмин ителмәгән балаларҙың ғаиләләренә адреслы социаль ярҙам күрһәтеләсәк.


Читайте нас: