Бөтә яңылыҡтар
25 Июль 2019, 11:06

Табипҡа мобиль ҡушымта аша яҙылып була

Республикала Берҙәм медицина порталының «К-Врачу» рәсми мобиль ҡушымтаһы эшләй башланы.

Ул «Һаулыҡ һаҡлау системаһының берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә берҙәм һанлы контур булдырыу» милли проекты нигеҙендә сафҡа индерелгән. Ҡушымта менән теркәлеүһеҙ ҡулланырға мөмкин. Шәхси кабинетҡа инеү өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталының учет яҙмаһы логинын һәм паролен яҙырға кәрәк. Сервис аша үҙең нығытылған медицина учреждениеһын иҫәпкә алып табипҡа яҙылырға, шулай уҡ медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса мәғлүмәт менән танышырға була.

Мобиль ҡушымтаны телефонға ҡуйыу өсөн iTunes йәки Google Play ҡулланырға кәрәк.


Читайте нас: