Бөтә яңылыҡтар
30 Июль 2019, 10:50

Яман шешкә ҡаршы көрәш башланды

Республикабыҙҙа 2024 йылға тиклем «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә 13 онкологик амбулатор ярҙам үҙәге барлыҡҡа киләсәк.

Ошо йылдың 1 июленән Өфө, Октябрьский, Нефтекама һәм Күмертау ҡалаларында дүрт үҙәк асылды һәм улар медицина ярҙамы күрһәтә башланы ла инде. Был хаҡта «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин һөйләне.

Әйткәндәй, беренсе ярты йыллыҡта Башҡортостанда яман шештән үлем күрһәткесе, 2018 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 2,4 процентҡа кәмегән. Әммә быйыл 6 айҙа яман шеш менән ауырыу 6,7 процентҡа артҡан. Һөт биҙҙәре, йыуан эсәк, үпкә, тире, простата, ашҡаҙан яман шеше алдынғы урындарҙы биләй.

Яман шешкә ҡаршы көрәш Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының төп бурыстарының береһе булып тора. Республикабыҙҙа проектты финанслау күләме 2019 - 2024 йылдар осорона 4,9 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә.


Читайте нас: