Бөтә яңылыҡтар
1 Август 2019, 10:58

600 китап ҡомартҡыһы һанлы форматҡа күсереләсәк

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала «Һанлы мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә 2024 йылға тиклем 600 китап ҡомартҡыһы һанлы форматҡа күсереләсәк.

Йыл һайын 100 дана электрон форматҡа әйләндерелеп, электрон китапхананы тулыландыра барасаҡ. Быйыл «Китап ҡомартҡылары» бүлегенә XX быуат башында донъя күргән һәм дәүләт заданиеһы буйынса баҫылған 100 электрон китап ҡуйыу көтөлә. Улар араһында Мәжит Ғафури, Шәйхзада Бабич, Дауыт Юлтый һәм башҡа яҙыусыларҙың йыйынтыҡтары бар. Башҡортостан халыҡтары телдәре, мәҙәниәте һәм көнкүреше үҫеше хаҡында һөйләгән китаптар ҙа тәҡдим ителә.

Китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлегендә 20 меңгә яҡын баҫма һаҡлана, улар ғалимдарҙа һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.


Читайте нас: