Бөтә яңылыҡтар
2 Август 2019, 10:51

Онкология диспансеры күсмә рентген аппаратлы булды

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә республика онкология диспансеры өсөн Jolly 30 Plus күсмә рентген аппараты һатып алынған. Был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Аппарат еңел шылдырып йөрөтөлә һәм хәстәхана карауаттарында һәм каталкаларында, шулай уҡ хирургия өҫтәлдәрендә лә ауырыуҙарҙың күсермәләрен эшләргә мөмкинлек бирә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылған милли проекттар сиктәрендә Башҡортостанда 58 төбәк проекты булдырылған. Улар өсөн 2024 йылға тиклем 172 миллиард һум тотоноу күҙаллана.


Читайте нас: