Бөтә яңылыҡтар
6 Август 2019, 10:15

Өс йәшкәсә балаларҙы тәрбиәләү буйынса пособиелар артасаҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путин һәр бер ата-әсәнең килеме ике йәшәү минимумынан артмаған ғаиләләр өсөн беренсе йәки икенсе балаға айлыҡ түләүҙәрҙе арттырыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы.

Атап әйткәндә, беренсе йәки икенсе бала тыуған осраҡта пособиеларҙы төбәктә билдәләнгән йәшәү минимумының бер ярымдан икеләтә дәүмәленә тиклем арттырыу ҡаралған.

Бынан тыш, аҡса алыу өсөн ғаризаларҙы баланың өс йәше тулғансы бирергә кәрәк. Әле уның ваҡыты йәш ярым тәшкил итә.

Закон 2020 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә.


Читайте нас: