Бөтә яңылыҡтар
7 Август 2019, 14:16

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров – “бик көслө йоғонтоло” Рәсәй субъекттары башлыҡтары иҫәбендә

Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығы эксперттары 2019 йылдың июлендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировты «бик көслө йоғонтоло» Рәсәй Федерацияһы субъекттары башлыҡтары исемлегенә индергән.

Рейтингты төҙөүселәр билдәләүенсә, Хәбиров июнь менән сағыштырғанда 26-сы урындан 19-ға күтәрелгән.

«Бик көслө йоғонтоло» башлыҡтар рейтингының беренсе урынында Мәскәү мэры Сергей Собянин торһа, икенселә — Чечен Республикаһы башлығы Рамзан Ҡадиров, өсөнсөлә — Татарстан президенты Рөстәм Миңлеханов. Ә исемлектең һуңғы урынында – Ямал-Ненец автономиялы округы губернаторы Дмитрий Артюхов.
Читайте нас: