Балалар медицина учреждениеларына офтальмоскоптар «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә алынды. Улар 17-се ҡала, республика балалар клиник дауаханаларына, 2-се, 3-сө, 4-се, 6-сы балалар поликлиникаларына килтерелде, тип хәбәр ителә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында.
Яңы ҡоролма менән күҙ алмаһын тикшереү күп ваҡытты алмай, етмәһә ауыртыуһыҙ ҙа. Уның ярҙамында күҙ ауырыуҙарын ғына түгел, бөйөр, шәкәр, туберкулез һәм ҡан баҫымы күтәрелеүе кеүек сирҙәрҙе лә асыҡларға була.