Бөтә яңылыҡтар
15 Август 2019, 11:03

Эрик Робертс Путинға бүләк алып килгән

Сочиҙа «Платформа S-70» һуғыш самбоһы буйынса уҙған халыҡ-ара турнирға голливуд актёры Эрик Робертс буш ҡул менән килмәгән. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путинға үҙенең приздарын алып килгән.

– Был бүләктәр Рәсәй Президенты Владимир Путинға тапшырылыр, тип ышанам, – тине ул турнир еңеүселәрен ҡотлау мәлендә.

Әйткәндәй, Эрик Робертс халыҡ-ара ярышҡа мәртәбәле ҡунаҡ булараҡ саҡырылған, уның үҙенең тхэквондо буйынса ҡара билбауы бар.


Читайте нас: