Бөтә яңылыҡтар
16 Август 2019, 11:03

Путин ШОС һәм БРИКС саммиты Петербургта үтәсәген раҫланы

БРИКС илдәре лидерҙары осрашыуы һәм Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары – дәүләт башлыҡтары Советы ултырышы 2020 йылда Санкт-Петербургта үтәсәк. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ошондай күрһәтмәһе хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. #ВладимирПутин

Июлдә Путин Силәбе өлкәһенең губернатор вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Алексей Текслерға ШОС һәм БРИКС саммитын Санкт-Петербургҡа күсереүен белдергәйне. Ил башлығының һүҙҙәренсә, был күсереү ҡатнашыусыларҙың һаны артыуы менән бәйле.
Читайте нас: