«Сәләмәт туҡланыу мәктәбе» декабргә тиклем аҙна һайын ниндәйҙер темаға арналған лекциялар тәҡдим итәсәк, баш ҡалабыҙ халҡы өсөн сәләмәт туҡланыу буйынса алты оҫталыҡ дәресе лә күрһәтеү күҙаллана. Проект сиктәрендә ошо йүнәлештә уҡытыу ҙа ҡаралған. Киң йәмәғәтселекте йәлеп итеп йәһәтенән «Аҡыллы туҡланыу – яңы мең йыллыҡтың тренды» тип аталған конференция ла ойоштороласаҡ. Сара барышында файҙалы аҙыҡтар йәрминкәһе уҙғарылыу көтөлә.