– Милли проект буйынса беҙ 2024 йылға тиклем тамашасыларыбыҙҙы 15 процентҡа арттырырға, шулай уҡ хатта төпкөл ауылдарҙы ла театр сәнғәтенә инеү менән тәьмин итергә тейешбеҙ. Шундай юлдарҙың береһе – беҙҙең спектаклдәрҙе онлайн күрһәтеү. Тик бушлай булмаясаҡ, театрға йөрөү билетынан арзаныраҡ хаҡ ҡуйыласаҡ. Уйыбыҙҙы тормошҡа ашырыу өсөн белгестәр эҙләйбеҙ, – ти учреждениеның директоры Иршат Фәйзуллин.
Әйткәндәй, театрҙа спектаклдәрҙе ҡарау хаҡы 350 – 400 һум тирәһе тора, йылына 110 меңдән ашыу тамашасыны ҡабул итә.