Бөтә яңылыҡтар
21 Август 2019, 11:19

Һаман да кешеләр зарлана

Тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү өлкәһен тәнҡитләне генә. Ысынлап та, күп пациенттар зарлана шул. Ошо өлкәлә хәлдәрҙе төҙәтеү өсөн, Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәт ағзалары менән ойошторған кәңәшмәһендә 1 октябргә тиклем бер нисә эште башҡарырға ҡушты. Был тиҙ ярҙам күрһәтеү, кадрҙар етешмәү мәсьәләһен хәл итеү, медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыуға ҡайтып ҡала.

– Хәл итәһе мәсьәләләр күп. Һүҙ бәләкәй ауылдарҙа һәм алыҫ биләмәләрҙә йәшәүселәр өсөн медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеге хаҡында бара. Кешеләр бөгөн һаман да тәүге ярҙам күрһәтеү кимәле һәм эш сифаты менән ҡәнәғәт түгел. Бында, хәтерегеҙгә төшөрәм, беҙ фельдшерлыҡ пункттары, табип амбулаториялары төҙөргә һәм тейешле хәлгә килтерергә, яңы мобиль медицина комплекстары булдырырға планлаштырабыҙ, – тип белдерҙе ил етәксеһе.

Читайте нас: