Был флаг тәүге тапҡыр Пётр I-нең атаһы Алексей Михайлович батшалыҡ итеү осоронда «Бөркөт» урыҫ хәрби карабында күтәрелә. Тик Пётр I заманында ғына дәүләт флагы булып китә. Александр II 1858 йылда яңы дәүләт әләмен ҡабул итә. Ул ҡара, һары һәм аҡ төҫтәрҙә була. Унан Александр III ҡабат аҡ, зәңгәр, ҡыҙыл төҫтәрҙәге дәүләт символын кире ҡайтара. Ә инде 1918 йылда большевиктар флагты ҡыҙыл төҫтәгеһенә алмаштыра. 1991 йылдың 22 авгусында элекке Рәсәйҙең тарихи байрағы ҡайтанан ҡабул ителә.
Теп-теүәл 25 йыл элек 1994 йылдың 22 авгусында Рәсәйҙең дәүләт флагы көнө раҫлана. 2000 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин «Дәүләт флагы» тураһында ҡанунға ҡул ҡуя. Бында өс төҫлө флагты ҡулланыу шарттары һәм статусы билдәләнә. Аҡ төҫө – тыныслыҡ, таҙалыҡ, сафлыҡ, камиллыҡ, зәңгәре – иман, ышаныс һәм тоғролоҡ, ҡыҙылы көс, ҡеүәт, Тыуған ил өсөн түгелгән ҡанды аңлата.