«Башҡортостан» киностудияһы директоры Юнир Әминев һөйләүенсә, скульптор кинофестивалдә ҡатнашыусыларҙың береһенә бүләген үҙе тапшырырға теләй.
Салауат Фидаи – Рәсәй рәссамы һәм скульптор. Уның бик күп миниатюр эштәре бар. Сит ил ҡалаларында ла үҙенең күргәҙмәләрен ойошторған.
24 – 27 августа Өфөлә үтәсәк кинофестивалдең төп бүләге – статуэтка һәм бер миллион һум.